

16 августан алып “Өфө-Арена”ла спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ирекле, грек-рим һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса ярыштар үткәрелә.
Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа Башҡортостандан илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Сәйед-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриев көс һынашасаҡ. Уларҙың ошо мөһим спорт сараһында ҡатнашасағы 10 августа Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостандың грек-рим көрәше буйынса контроль ярыштары үткәрелеүе һөҙөмтәһендә асыҡланды. Тренерҙар составы Өфөлә үткәреләсәк чемпионатта ҡатнашыусы спортсыларҙы раҫланы.
Ил йыйылма командаһы составына республикабыҙҙан Адлан Амриев менән Сәйед-Хөсәйен Бакаев инде. Шулай итеп, Рәсәйҙең йыйылма командаһында – Павел Белкин (55 килограмға тиклем), Денислам Баматов (60 килограмға тиклем), Сәйед-Хөсәйен Бакаев (63 килограмға тиклем), Имодаев Мөслим (67 килограмға тиклем), Евгений Байдусов (72 килограмға тиклем), Әмерхан Цечоев (82 килограмға тиклем), Адлан Амриев (87 килограмға тиклем), Алексей Милешин (97 килограмға тиклем), Армен Челокян (130 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелде, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20-23 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ. Шулай итеп, ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.
Фото: Рәсәйҙең Спорт көрәше буйынса федерацияһы.