

Башҡортостан ҡыҙҙары юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында дүрт алтын миҙал яуланы: Аделина һәм Карина Мырҙабаевалар грэпплинг һәм грэпплинг-ги спорт төрҙәрендә иң яҡшыһы тип танылды.
53 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаған 18 йәшлек Аделина (һүрәттә) финалда Ҡаҙағстандан Арузхан Йылҡыбаеваны еңде. Уның 16 йәшлек һеңлеһе Карина 43 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә еңеүсе тип табылды.
Валерия Давыдова 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә көмөш (грэпплинг) һәм бронза (грэпплинг-ги) миҙал яуланы.
Ҡыҙҙар – Стәрлетамаҡ районынан. Был – уларҙың донъя кимәлендәге беренсе ярыштары. Уларҙың тренерҙары – Әлфиә Әлимғужина һәм Яна Беликова.
Донъя чемпионаты дауам итә. Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа Сәйед-Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриев сығыш яһаясаҡ. Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйек!
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.