

Был һорауға яуап бирер алдынан грэпплингтың ниндәй спорт төрө икәнлеген йәнә хәтергә төшөрәйек.
Грэпплингта самбо, дзюдо, джиу-джитсу һәм ирекле көрәштәге һымаҡ техника файҙаланыла. Шуныһы үҙенсәлекле: ул дәғүәсеңде теге йәки был ысул менән еңергә өйрәтә. Грэпплингтың башҡа алыш төрҙәренән айырмалы яғы шул: ярышты ваҡытынан алда тамамлау өсөн көс ҡулланыу һәм аяҡ кейеме кейеү тыйыла.
Грэпплинг – спорттың ярайһы уҡ йәш төрҙәренең береһе. Ул Бразилия джиу-джитсуһы, ирекле көрәш, хәрби самбо һәм дзюдо техникаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Өҫтәүенә, был спорттың был төрөндә кешенең физик йәһәттән көслө булыуы ғына түгел, грамоталы техникаға, яҡшы әхлаҡ-ихтыяр көсөнә эйә булыуы ла зарур.
Грэпплинг-ги ярышында иһә спортсылар кимоно кейеп сығыш яһай. Нигеҙҙә, ундайҙы джиу-джитсу алыштарында кейәләр. Бына шуның менән грэпплинг грэпплинг-гинан айырыла.
Тимәк, бөгөн “Өфө-Арена”ла донъя спортсылары кимоно кейеп көс һынаша.
Фото: zaleevteam.ru