

13 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXXII йәйге Олимпия уйындарында чемпион булған рапирасы Аделина Заһиҙуллина, көмөш миҙал яулаған рапирасы Тимур Сафин, шулай уҡ уларҙың тренерҙары Егор Попов һәм Лира Грушина менән осрашты.
Һүҙ төбәктә фехтованиеның үҫеше, спорттың был төрө буйынса матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләре хаҡында булды.
– Башта Аделина менән Тимурҙы һоҡландырғыс һәм Башҡортостан, тотош ил өсөн бик кәрәкле еңеүҙәре айҡанлы ҡотлайым. Барлыҡ сығыштарығыҙҙы ҡараныҡ, борсолдоҡ, шатландыҡ. Спорт майҙансыҡтарында ауырлыҡтарҙы, теш ҡыҫып түҙеп, еңеп сығырға, бер нәмәгә бирешмәй, артабан алға барырға кәрәклекте күрһәттегеҙ. Һеҙ – йәштәребеҙ өсөн өлгө, – тине Радий Фәрит улы. – Тренерҙар штабына ошондай спортсыларҙы тәрбиәләгән өсөн айырым рәхмәт! Әйткәндәй, әле һеҙҙәге Олимпия кейемдәрен Башҡортостандағы “Алға” йылдам иҡтисади үҫеш зонаһында төҙөлгән яңы предприятиела тегәсәкбеҙ. Рәсәйҙең Олимпия командаһын рәсми экипировкалаусыны күндерә алдыҡ.
Осрашыуҙа Олимпиадала Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар Токиолағы уйындарға нисек әҙерләнеүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы республиканың Спорт министрлығына Өфөлә фехтование һарайын төҙөү буйынса проект әҙерләргә ҡушты.
– Уны 2024 йылда, Парижда үтәсәк Олимпиадаға, асасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был хаҡта ун йыл буйы һөйләйҙәр, ә беҙ эшләйәсәкбеҙ. Өфөлә Гимнастика үҙәген, футбол манежын төҙөүҙе тамамлайбыҙ, Спорт көрәше үҙәген төҙөүгә тотонабыҙ, Волейбол һарайы проектын әҙерләнек. Был спорт объекттары – атлеттарыбыҙға хөрмәт ул.
– Олимпиадала ҡатнашыусылар менән Рәсәй Президенты Владимир Путин янына осрашыуға барғанда Мәскәүҙә бер көрәшсене осраттым, – тине Аделина Заһиҙуллина. – Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, көрәшселәр араһында Һеҙҙе, Радий Фәрит улы, бик ныҡ хөрмәт итәләр. Һеҙ – спорт һәм спортсылар өсөн, тиҙәр. Фехтование үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарарығыҙ ҙа – быға сираттағы дәлил.
Осрашыуҙа Башҡортостандың Фехтование федерацияһы рәйесе Евгений Емельянов башҡорт рапирасылар мәктәбенең илдәге 30 фехтование үҙәге араһында лидер булыуы хаҡында әйтте.
– Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының, Мәскәү, Ленинград, Новосибирск һәм Һамар өлкәләренең танылған үҙәктәре араһында лидерлыҡ өсөн көслө конкуренция бара, әммә беҙ алдынғы өсәү араһында, – тине Евгений Емельянов. – Был йәһәттән Өфөлә халыҡ-ара ярыштарҙың үткәрелеүе лә яҡшы буласаҡ. Балалар фехтованиены ярата, мушкетерҙар һәм гардемариндар тураһындағы фильмдарҙан һуң секцияларға күпләп киләләр.
– Башҡортостанда ҙур саралар үткәрергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты бара. Был – балалар һәм йәштәр өсөн спортты яҡшы рекламалау, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шуға Өфөлә фехтование буйынса донъя кубогы этабын үткәреү билдәле сара буласаҡ. Бындай саралар беҙҙең спорт календарында даими булырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы республиканың Спорт министрлығына 2022 йылда юниорҙар араһында фехтование буйынса халыҡ-ара ярыштар үткәреүгә әҙерлекте һәм фехтование буйынса республика Олимпия резервы спорт мәктәбен ойоштороу проектын башларға ҡушты.
Сара аҙағында Радий Хәбиров Олимпия уйындарында ҡатнашыусыларға һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградалары, аҡсалата сертификаттар тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 2020 йылдың 28 октябрендә 2011 йылдан һуң тәүге тапҡыр Олимпия уйындары еңеүселәрен һәм призлы урын яулаусыларҙы матди йәһәттән дәртләндереү күләмен арттырҙылар. Беренсе урын өсөн спортсы – 2 миллион, уның тренеры 1 миллион һум аҡса ала. Икенсе урын өсөн спортсыға – 1,5 миллион һум, тренерына 750 мең һум бирелә.
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-13/e-y-sht-rebe-s-n-lg-2464958
Фото: glavarb.ru