СПОРТ
14 Август 2021, 10:07

“Дуҫлыҡты нығытырға ярҙам итә...”

Омск өлкәһенән тренер Рәғим Эскандеров әйтеүенсә, грэпплинг спортсыларҙы уйланырға мәжбүр итә һәм көрәшкәндә агрессия тыуҙырмай.

“Дуҫлыҡты нығытырға ярҙам итә...”“Дуҫлыҡты нығытырға ярҙам итә...”
“Дуҫлыҡты нығытырға ярҙам итә...”

Баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя чемпионатына грэпплинг буйынса ярышыу өсөн Омск өлкәһенән тренер Рәғим Эскандеров үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән килгән. Улар кисә Рәсәй йыйылма командаһы составында уңышлы ғына сығыш яһаны.

Атап әйткәндә, Омск спортсыларынан Елена Ефремова 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. 42 килограмға тиклемгеләр араһында Вячеслав Шкоткин беренсе урынға сыҡһа, 45 килограмға тиклемге категорияла Вульф Герман бронза миҙалға лайыҡ булды.

– Тап бына ошондай ярыштар дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, әлеге спорт төрөндә (грэпплинг – А.Н.) техника күп. Был иһә спортсыларҙы уйларға мәжбүр итә һәм агрессия юҡ, – ти тренер.

Әйткәндәй, Рәғим Эскандеровтың ата-бабалары уҡытыусы булған. Хәҙер бына үҙе лә балаларға күнекмәләр үткәрә, йәғни нәҫелен генә түгел, эш-шөғөлдө лә дауам итеүсе, тиергә мөмкин. Алты йәшлек ҡыҙы Диана ла грэпплинг менән шөғөлләнә: Омск өлкәһендә үткәрелгән ярыштарҙа үҙ йәше буйынса төркөмдә чемпион булған. Улы Радикка – әле дүрт йәш.

 

 

 

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-14/du-ly-ty-ny-ytyr-a-yar-am-it-2465225
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас