

Бөгөн, 14 августа, “Өфө-Арена”ла донъя спортсылары грэпплинг-ги буйынса көс һынаша.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Башҡортостандан спортсылар Аделина Мырҙабаева менән Валерия Давыдова сығыш яһай. Ирҙәргә килгәндә, республикабыҙҙан 46 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә кадеттар араһында Эмиль Исламғолов һәм 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә юниорҙар араһында Низам Иҙрисов беренселек өсөн тырышасаҡ. Яҡташтарыбыҙға донъя чемпионатында уңыштар насип булһын!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 16 августан 22 авгусҡа тиклем ирекле, грек-рим һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса ярыштар буласаҡ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.