

Бөгөн Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының 7-се этабы үтте.
Быйыл февралдә район сабыштарында 6 һыбайлы киләһе этапҡа үткәйне – Айгиз, Айнур һәм Илшат Тазетдиновтар, Илфат Мәмбәтов, Владимир Матвеев һәм Илсур Рамаҙанов.
Республиканың биш райондары араһында үткән ярыштарҙа “Алан” ҡушаматлы саптарында Айгиз Тазетдинов 1-се урынға лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ!!!
Әйткәндәй, Айгиз был турнирҙа өсөнсө тапҡыр ҡатнаша, уҙған йылда икенсе урынды яулағайны.