

Грэпплинг – ҡул һуғышы төрҙәренең береһе. Унда самбо, дзюдо, джиу-джитсу һәм ирекле көрәштәге һымаҡ техника файҙаланыла. Шуныһы үҙенсәлекле: грэпплинг дәғүәсеңде теге йәки был ысул менән еңергә өйрәтә. Башҡа алыш төрҙәренән айырмалы яғы – ярышты ваҡытынан алда тамамлау өсөн көс ҡулланыу һәм аяҡ кейеме кейеү тыйыла.
Грэпплинг – спорттың ярайһы уҡ йәш төрҙәренең береһе. Ул Бразилия джиу-джитсуһы, ирекле көрәш, хәрби самбо һәм дзюдо техникаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Өҫтәүенә, спорттың был төрөндә кешенең физик йәһәттән көслө булыуы ғына түгел, грамоталы техникаға, яҡшы әхлаҡ-ихтыяр көсөнә эйә булыуы ла зарур.
Тағы шуныһы мөһим: был алыш төрө менән һәр кем, йәшенә һәм физик йәһәттән әҙерлегенә ҡарамай, шөғөлләнә ала. Өҫтәүенә, грэпплинг тәндең һығылмалы булыуына ярҙам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөндән 23 авгусҡа тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса чемпионат үткәрелә. 13-14 августа “Өфө-Арена”ла Олимпия уйындарына ҡарамаған грэпплинг буйынса ярыштар була.
Фото: bsambist.ru