СПОРТ
13 Август 2021, 15:42

Иң ҙур команда – Рәсәйҙән

Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы “Өфө-Арена”ла грэпплинг буйынса ярыштарҙы кадеттар һәм юниорҙар араһындағы ярыштар асты.

Иң ҙур команда – РәсәйҙәнИң ҙур команда – Рәсәйҙән
Иң ҙур команда – Рәсәйҙән

Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы “Өфө-Арена”ла грэпплинг буйынса ярыштарҙы кадеттар һәм юниорҙар асты.

Грэпплингта көс һынашҡан спортсылар Әрмәнстан, Әзербайжан, Беларусь, Хорватия, Испания, Венгрия, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Филиппин, Рәсәй һәм Румыния кеүек илдәрҙән.

79 йәш спортсы Рәсәй исеменән сығыш яһай. Ҡаҙағстан өсөн 57 спортсы көс һынаша. Был – һан буйынса иң ҙур командалар.

Шулай итеп, бөгөн һәм иртәгә грэпплинг буйынса ярыштар үткәрелә, барлығы 68 комплект миҙал уйнатыласаҡ.

Ирекле көрәш буйынса ярыштар 16 – 20 августа үткәрелһә, 20 – 22 августа грек-рим көрәше буйынса алыштар уҙасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: юниорҙар араһында спорт көрәше буйынсағы чемпионат 53 илдән спортсыларҙы йыя һәм был 2024 йылда Парижда үткәреләсәк Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар өсөн беренсе ҡарау буласаҡ.

 

 

 

 

Фото: Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-13/i-ur-komanda-r-s-y-n-2464825
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас