СПОРТ
13 Август 2021, 15:36

Еңеүен яҡын дүрт кешеһенә арнай

*

Еңеүен яҡын дүрт кешеһенә арнайЕңеүен яҡын дүрт кешеһенә арнай
Еңеүен яҡын дүрт кешеһенә арнай

Өфөлә барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма команда составында Али Ҡазыханов 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яуланы.

Ул – Мәскәү өлкәһенән. Тренеры – Заур Гасанов. Егет биш йәшенән грэпплинг менән шөғөлләнә. Бынан тыш, ирекле көрәш менән мауыға.

- Был спорт төрө һәр йәһәттән үҫергә, үҙ маҡсатыңа өлгәшергә ярҙам итә. Бөгөнгө еңеүемде олатайыма һәм ағайыма арнайым. Улар һәр саҡ янымда һәм ныҡлы терәгем булды. Бынан тыш, еңеүгә өлгәшеүемдә, әлбиттә, атай менән тренерымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, атайым үҙе лә көрәшсе, - тине Али.

 

 

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-13/e-e-en-ya-yn-d-rt-keshe-en-arnay-2464885
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас