СПОРТ
9 Август 2021, 17:22

“Хыялым тормошҡа ашты...”

Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса спортсыһы Мария Ласицкене - Олимпия чемпионы

“Хыялым тормошҡа ашты...”“Хыялым тормошҡа ашты...”
“Хыялым тормошҡа ашты...”

Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса спортсыһы Мария Ласицкене Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында беренсе урын яуланы.

Мария 2,04 метр юғарылыҡтағы планка аша һикерә алды. Икенсе урында – Австралиянан Никола Макдермотт (2,02). Өсөнсө урында – Украинанан Ярослава Магучих.

Мария Ласицкене - өс тапҡыр донъя чемпионы. Был иһә үҙе ҙур ҡаҙаныш.

“Мин бәхетлемен. Хыялым тормошҡа ашты. Һикереү алдынан бер нимәне лә күрмәнем, ишетмәнем. Ғәҙәти булмаған Олимпиада. Көйәрмәндәр булһа, нисек булыр ине икән тип күҙ алдына килтерҙем. Токиоға Олимпия уйындарын үткәреүенә, беҙҙең бында булыуыбыҙға, хыялдарыбыҙҙың тормошҡа ашыуына рәхмәт”, - тип белдерҙе ярыштан һуң илебеҙ спортсыһы.

 

 

 

Фото: Олимпиада сайты.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-07/hyyalym-tormosh-a-ashty-2454195
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас