СПОРТ
7 Август 2021, 10:35

Башҡортостандың ҡулынан киләсәк

Владимир Путин фекере буйынса, Башҡортостан ҙур спорт ярыштарын юғары кимәлдә үткәрә белә.

Башҡортостандың ҡулынан киләсәкБашҡортостандың ҡулынан киләсәк
Башҡортостандың ҡулынан киләсәк

Ил Президенты Владимир Путин фекере буйынса, Башҡортостан ҙур спорт ярыштарын юғары кимәлдә үткәрә белә. Был турала ул Әбйәлил районында булған саҡта, “Цемикс” заводы хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡан саҡта әйтте.

– Башҡортостан иң юғары класлы ярыштар үткәреүгә дәғүә итә ала, – тине ул.

Владимир Путин оҙаҡламай Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты үтәсәк тине. “Башҡортостан ошоноң кеүек сараларҙы юғары кимәлдә үткәрә белеүен күрһәтер тип ышанам”, – тине дәүләт башлығы.

Турнир 16-нан 22 авгусҡа тиклем ойошторола. Беренселекте беҙҙә үткәреү өсөн Өфөнөң ғаризаһын 2019 йылда донъяның көрәш буйынса берекмәһе (грек-рим көрәше, ирекле көрәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса халыҡ-ара федерация) ағзалары Нур-Солтан ҡалаһында үткән көрәш буйынса донъя чемпионаты барышындағы ултырышта раҫлағайны. Ул саҡта был турнирҙы үткәреүгә София менән Белград та дәғүә итте. Рәсәй юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя чемпионатын беренсе тапҡыр ҡабул итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 августан 23 авгусҡа тиклем Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үтәсәк. Ярыштарҙа илле илдән спортсылар ҡатнашыр тип көтөлә. Турнир ковидҡа ҡаршы талаптарҙы үтәп ойоштороласаҡ.

 

 

 

 

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-08-07/bash-ortostandy-ulynan-kil-s-k-2453882
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас