

Рәсәй спортсыһы Евгений Рылов Токиола барған Олимпия уйындарында арҡаға ятып 200 метрға йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы. Был — илдең йыйылмаһы командаһы өсөн Уйындарҙа туғыҙынсы юғары награда.
24 йәшлек спортсы араны 1 минут 53,27 секундта йөҙөп үтеп, яңы рекорд ҡуйҙы. Икенсе урынды Америка йөҙөүсеһе Райан Мерфи яуланы (0,88 секундҡа ғына ҡалышты). Өсөнсө урында — Люк Гринбэнк (Британия).
Евгений Рылов өсөн был — быйылғы Олимпия уйындарында икенсе алтын миҙал. Бынан алда ул арҡаға ятып 100 метр араға йөҙөүҙә иң көслөһө тип танылды. Ә Климент Колесников икенсе булып килде.