СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Сентября , 10:41

Ниндәй әсәйҙәргә бер миллион һум түләнәсәк?

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ниндәй әсәйҙәргә бер миллион һум түләнәсәк?Ниндәй әсәйҙәргә бер миллион һум түләнәсәк?
Ниндәй әсәйҙәргә бер миллион һум түләнәсәк?

2027 йылдың 1 ғинуарынан “Герой-әсә”  исеменә лайыҡ булған ҡатындар бер миллион һум күләмендә аҡса ала башлаясаҡ. Рәсәйҙең Социаль фонды аша бүленгән был түләү бер тапҡыр ғына биреләсәк.

Был хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн “Герой-әсә”ләргә үҙҙәренә документтар йыйырға, ғариза яҙып тапшырырға кәрәкмәй. Белеүебеҙсә, “Герой әсә”  исеме – ата-әсә хеҙмәте өсөн иң юғары награда. Ошондай исемгә лайыҡ булған ҡатындар сираттан тыш бушлай медицина ярҙамынан, йылына бер тапҡыр бушлай шифаханаға юлламалар алыу хоҡуғынан файҙалана ала.

Был дәүләт наградаһына Башҡортостанда йәшәгән 13 әсә лайыҡ булды. Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин тағы ла бер әсәгә  – Бәләбәй районында йәшәгән Олеся Шайморатоваға Герой әсә исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. 

13 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

Автор:Айһылыу Низамова.
 
 
Автор:
Читайте нас