СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
2 Сентября , 13:36

Башҡортостанда студент ҡыҙҙар өсөн пособиелар хаҡында һөйләнеләр

   

Башҡортостанда студент ҡыҙҙар өсөн пособиелар хаҡында һөйләнеләрБашҡортостанда студент ҡыҙҙар өсөн пособиелар хаҡында һөйләнеләр
Башҡортостанда студент ҡыҙҙар өсөн пособиелар хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостанда быйыл көндөҙгө бүлектә уҡыған 360-тан ашыу студент ҡыҙ йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие алды, тип хәбәр иттеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән.

Рәсәйҙең Социаль фондынан йыл башынан ошо маҡсаттарға 31 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостанда студенткаларға 140 көнлөк декрет ялы өсөн быйыл 85 мең һум түләнә. Көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән студенткаларҙың ошондай пособиены арттырылған күләмдә алыу хоҡуғы теүәл бер йыл элек барлыҡҡа килде.

Уҙған йылдың сентябренә тиклем көндөҙгө бүлек студенткаларына йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиены уҡыу йорттары стипендияға ҡарап түләне.

«Күрһәтелгән ваҡыттан алып түләүҙең суммаһы башҡаса – төбәктә эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленең 100 процентынан сығып билдәләнә, 2026 йылдың 1 ғинуарынан республикала был сумма 18 373 һум тәшкил итә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһендә.

Түләүҙе урта махсус уҡыу йорттарында, юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеларында һәм ғилми ойошмаларҙа көндөҙгө бүлектә уҡыған студенткалар алырға хоҡуҡлы. Уҡыу шарттары мөһим түгел. Улар түләүле йәки бюджет нигеҙендә булырға мөмкин.

 

ФОТО: КСЕНИЯ КАЛИНИНА 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас