

Ошо арала район хакимиәтендә өс райондашыбыҙ – Данил Ишҡыуатов, Юлианна Чудакова фатир асҡыстары һәм Виктория Артамонова торлаҡҡа серификат алды. Район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев йәштәрҙе ихлас ҡотлап, дәүләтебеҙҙең етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне һәм уларға матур ғаилә ҡороп, именлектә, бәхетле йәшәүҙәрен теләне. Йәштәр һәм уларҙың яҡындары ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә иғтибарлы булғандары өсөн район хакимиәтенә, хөкүмәткә сикһеҙ рәхмәттәрен белдереп, эштәрендә уңыштар теләнеләр.
Материалды тулыһынса гәзиттә уҡығыҙ.