СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
19 Июля , 17:26

Пенсия тураһында: стажға эшләмәгән йылдар ҙа инә

Кем иртәрәк һәм нисә йәштә сыға ала? Стажға ниндәй осорҙар иҫәпләнә? Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр тураһында ентекләберәк уҡығыҙ. 

Пенсия тураһында: стажға эшләмәгән йылдар ҙа инәПенсия тураһында: стажға эшләмәгән йылдар ҙа инә
Пенсия тураһында: стажға эшләмәгән йылдар ҙа инә

Быйыл ҡартлыҡ буйынса пенсияға ҡатын-ҡыҙҙар 59 йәштән, ир-ат 64 йәштән сыға ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Социаль фондтан.  

Пенсия юллау өсөн граждандарҙың кәм тигәндә 15 йыллыҡ страховка стажы һәм 30 шәхси пенсия коэффициенты булырға тейеш. Стажға эшләгән йылдар ғына түгел, баланы  1,5 йылға тиклем тәрбиәләгән, хеҙмәткә яраҡһыҙ гражданды ҡараған, армияла хеҙмәт иткән страховкаланмаған йылдар ҙа инә. Был йылдар өсөн дә пенсия коэффициенттары иҫәпләнә.

Пенсияға срогынан алда химия, нефть сығарыу һәм эшкәртеү тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре, төҙөлөш-монтаж эштәре мастерҙары, иретеп йәбештереүселәр һәм зарарлы шарттарҙа эшләүсе башҡа белгестәр ҙә сыға ала. Бындай хоҡуҡтан шулай уҡ педагогтар,  медицина хеҙмәткәрҙәре, ижади профессиялар вәкилдәре, шулай уҡ ҙур стажға эйә граждандар – ир-ат өсөн 42, ҡатын-ҡыҙ өсөн 37 йыл – файҙалана ала.

Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр  кәм тигәндә 15 йыллыҡ хеҙмәт стажы һәм 30 шәхси пенсия коэффициенты булған осраҡта – 50 йәштә, дүрт бала тәрбиәләгәндәр – 56 йәштә, өс бала тәрбиәләгәндәр 57 йәштә  пенсияға сыға ала. Шуның менән бергә стажға балаларҙы тәрбиәләгән осор сикләүһеҙ индерелә.

Хәҙерге ваҡытта республикала 1,1 миллион кеше пенсия ала. Ай һайын пенсия түләүгә 26 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.

 

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:
Читайте нас