СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
5 Июня , 09:17

Игеҙәк сабыйҙар тыуғанда айлыҡ пособие нисек түләнә?

“Мин яңы ғына эшкә урынлаштым, үкенескә ҡаршы, ҡыҙым сирләп китте. Миңә “больничный” түләрҙәрме икән?” “Ҡатыны йөклөлөк буйынса ялда булған осорҙа, ир кеше отпускыға китә аламы?”   Һорағыҙ - яуап бирәбеҙ...

Игеҙәк сабыйҙар тыуғанда айлыҡ пособие нисек түләнә?Игеҙәк сабыйҙар тыуғанда айлыҡ пособие нисек түләнә?
Игеҙәк сабыйҙар тыуғанда айлыҡ пособие нисек түләнә?

“Мин яңы ғына эшкә урынлаштым, үкенескә ҡаршы, ҡыҙым сирләп китте. Миңә “больничный” түләрҙәрме икән?”

Эйе, яңы ғына эш урынын алыштырған ата-әсә сирләп киткән баланы тәрбиәләү буйынса пособие түләнгән “больничный”ға китә ала. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын медицина учреждениеһында рәсмиләштерергә кәрәк. “Больничный” ҙың асылыуы тураһында мәғлүмәт автоматлаштырылған рәүештә эш биреүсегә барып етәсәк.

Ауырыу баланы тәрбиәләү ихтыяжы тыуғанда, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиены иҫәпләү өсөн бынан алдағы ике календарь йылда һәм яңы эш биреүселә эшләгән осорҙа түләнгән уртаса эш хаҡы иҫәпкә алына.

 

“Минең ҡыҙыма 18 йәш тулып уҙҙы. Икенсе балама әсәлек капиталы тейешме?”

Эйе, икенсе балағыҙға әсәлек капиталы ала алаһығыҙ. Тәүге баланың нисә йәштә булыуы мөһим түгел, ул өлкән йәштә булһа ла, әсәлек капиталы һеҙгә тейеш. Әсәлек капиталы суммаһы йыл һайын индексациялана.

 

“Игеҙәк сабыйҙар тыуғанда айлыҡ пособие нисек түләнә?”

Ғаиләлә  игеҙәк бала тыуғанда  уларҙы тәрбиәләү буйынса отпускыны эшләүсе ата-әсәнең икеһе лә рәсмиләштерә ала. Мәҫәлән, әсә – балаларҙың береһе, атай кеше –  икенсе сабый өсөн. Был осраҡта ата-әсәнең һәр береһе баланы 1,5 йылға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие алыуға хоҡуҡлы.

Әгәр ата-әсәнең икеһе лә бала тәрбиәләү буйынса ялда булһа, һәр береһе алдағы ике календарь йыл өсөн иҫәпләнгән уртаса хеҙмәт хаҡының 40 проценты күләмендә айлыҡ пособие аласаҡ. Уның күләме пособиеның минималь күләменән кәм булырға тейеш түгел.

Пособие ата-әсәнең һәр береһенең уртаса эш хаҡынан иҫәпләнгәс, түләнеүсе пособие күләме лә айырыласаҡ. Әгәр бала тәрбиәләү буйынса отпускыла әсә бер үҙе генә булһа, ул һәр бала өсөн хеҙмәт хаҡының 40 проценты күләмендә пособие аласаҡ. Түләүҙәрҙең дөйөм күләме 80 процент тәшкил итәсәк (40%+40%).

 

“Ҡатыны йөклөлөк буйынса ялда булған осорҙа, ир кеше отпускыға китә аламы?”

 Әгәр буласаҡ әсә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса ялға сыҡһа, уның ире лә йыл һайын бирелә торған түләнеүсе отпускыға китә ала. Бындай мөмкинлек ғаилә өсөн бик мөһим. Ғаилә өсөн уңайлыраҡ булған осорҙо һайлағыҙ: бала тыуғанға тиклем йәиһә тыуғандан һуң ялға китергә мөмкин. Отпускылар графигы һәм эш стажының әһәмиәте юҡ, отпуск был шарттарға бәйле түгел. Эш биреүсе ғаилә башлығының теләгенә ҡаршы төшә алмай. Бары отпуск биреүҙе йәиһә уны күсереүҙе һорап ғариза яҙырға кәрәк.

 

“Йәй – отпускыға китеү өсөн шәп ваҡыт. Ғариза яҙҙым, отпуск аҡсаһын ҡасан алырмын икән?”

Борсолмағыҙ, отпуск аҡсаһы тәүге ял көнөнә тиклем өс көндән дә һуңламай иҫәпкә киләсәк. Был срокка түләү көнө индерелмәй.  Әгәр түләү көнө ялға йәки байрамға тура килһә, эш биреүсе аҡсаны иртәрәк күсерергә тейеш.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюдтары (материалға ҡағылмай).

Автор:Дина Арсланова

Автор:
Читайте нас