

Башҡортостанда етем балаларҙы фатир менән тәьмин итеү программаһына үҙгәрештәр индереләсәк. Проект йәмәғәт ҡарамағына фекер алышыу өсөн сығарылған, ул республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтында баҫылған.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда меңәрләгән етем бала фатир алыуға сиратта тора. 2030 йылға бындай хоҡуҡҡа 12 меңдән ашыу кеше эйә буласаҡ. Документтан күренеүенсә, алдағы йылдарҙа фатир алыу хоҡуғына эйә булыусылар һаны йыл һайын яҡынса бер мең кешегә арта барасаҡ. Программа өҫтөндә эшләүселәр фекеренсә, 2030 йылға тиклем 6,5 меңгә яҡын кеше торлаҡ аласаҡ (тәү сиратта фатир алыуға хоҡуҡтары иртә барлыҡҡа килгәндәр). Федераль һәм төбәк бюджеттарынан аҡса йәлеп иткән осраҡта, фатирҙар программала ҡатнашыусы 11 мең кешегә тапшырыласаҡ. Өҫтәүенә 23 йәштән өлкәнерәк етемдәр фатир урынына аҡса алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Улар был аҡсаға фатир ала йә иһә ипотеканы тулыһынса ҡаплай аласаҡ. Был яңылыҡ эшләгән һәм ҡайҙа йәшәйәсәген үҙе хәл итергә теләгән йәштәр өсөн уңайлы буласаҡ.
Программала тағы ла бер яңылыҡ күҙгә ташлана: эре инвестицион программаларҙа ҡатнашыусы төҙөүселәр етем балаларға фатирҙарҙы үҙҙәре тапшырасаҡ. Тимәк, етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә төбәктәр бюджет средстволарын тотонмаясаҡ.
Проектта шулай уҡ етем бала милкендәге йә иһә социаль яллау килешеүе менән йәшәгән фатирҙарҙы ремонтлау мәсьәләһе лә күтәрелгән. Балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләрҙе тәрбиәләнеүселәренең торлаҡҡа хоҡуғын яҡларға өйрәтәсәктәр. Ә балалар йортонан оло тормош юлына сыҡҡан үҫмерҙәр торлаҡ алғандан һуң фатирҙарын юғалтмаһын һәм уның менән файҙалана белһен өсөн контролдә тотасаҡтар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы етемдәр торлаҡ алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор:Дина Арсланова