Мәктәп – белем алыу урыны ғына түгел, ә ҡатмарлы социаль мөхит, ошо мөхиттә бер-берең менән аралашыу, эмоциональ интеллект һәм кеше мөнәсәбәттәрен аңлау формалаша. Бында бала үҙенә оҡшағандар менән генә түгел, ә уртаҡ тел табыуы ауыр булған тиҫтерҙәре менән дә аралашырға өйрәнә. Коллективта сәләмәт мөнәсәбәттәр осраҡлы ғына төҙөлмәй, ә аңлы рәүештә күҙәтеүҙәр һәм үҙ-үҙең өҫтөндә эшләү һөҙөмтәһе.
Социаль мөхит ни өсөн мөһим?
Класташтар коллективы йәмғиәттең мини моделе. Унда күҙәтеүселәр, лидерҙар, әүҙем ҡатнашыусылар һәм, әлбиттә, ситтә тороусылар бар. Баланың психологик уңайлылығы уның ниндәй урында тороуына бәйле. Дуҫтарса мөхит ышаныслылыҡҡа булышлыҡ итә, стресс кимәлен кәметә һәм хатта уңышҡа йоғонто яһай. Дошманлыҡ йәки көсөргәнешле хәл, киреһенсә, борсолоу, үҙ-үҙеңдә бикләнеү һәм мәктәпкә йөрөргә теләмәү теләген тыуҙыра. Кластағы мөнәсәбәттәрҙе аңлау бик мөһим, сөнки улар даими үҙгәрә һәм һәр баланың холоҡ-фиғеленә йоғонто яһай ала.
Аң – аралашыу нигеҙе булараҡ...
Тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәттәр булдырыр алдынан иң тәүҙә үҙ-үҙеңде аңларға кәрәк. Һинең ниндәй ыңғай яҡтарың бар? Нимә менән мауығаһың? Аңлашылмаусанлыҡтарға йәки тәнҡитләүгә нисек яуап бирәһең? Шуны билдәләргә кәрәк: үҙ-үҙен аңлаған кешеләр башҡалар менән еңел аралаша, сөнки башҡаларҙың ролен уйнарға тырышмай. Бынан тыш, үҙеңде ҡабул итә белеү мөһим. Әгәр кеше һәр ваҡыт үҙ-үҙенә шикләнә икән, ул йә бикләнә йә ғәҙәти булмаған рәүештә үҙен тота башлай. Ихлас һәм эске тотороҡлолоҡ һәр ваҡыт кешеләрҙе идеаль булып күренергә тырышыуҙан да нығыраҡ йәлеп итә.
Аралашыу һүҙҙәр генә түгел, ул һөйләшеүҙән күпкә күберәк. Был – интонация, мимика, жест, ишара, ҡараш. Ҡайһы бер кешенең икенсе кешегә ҡарата насар мөнәсәбәте шунда уҡ йөҙөнә сыға, нисек кенә һүҙҙәре ыңғай булһа ла, матур итеп һөйләшһә лә тәьҫоратты боҙа. Үҙ тәртибен контролдә тотоу һәм башҡаларҙың һүҙһеҙ сигналдарын аңлау мөһим эш. Кеше уны тыңлай тип тойһа, уның был кешегә ҡарата ышанысы арта.
Ихтирам һәм сиктәрҙең роле
Сәләмәт мөнәсәбәттәр ихтирамһыҙ мөмкин түгел. Был икенсе кешенең фекере, мәнфәғәттәре, ғәҙәте булыу хоҡуғын таныуҙы аңлата. Барыһы менән дә ризалашырға кәрәкмәй, әммә башҡаларҙың ҡарашын баһаламау мөһим. Шул уҡ ваҡытта шәхси сиктәрҙе булдыра белеү зарур. Әгәр кемдер уға ҡарата мыҫҡыллау, баҫым йәки күңелһеҙ шаяртыуҙарға юл ҡуйһа. Бындай тәртиптең ҡабул ителмәүен аныҡ билдәләү яҡшы. Үҙ-үҙеңде яҡлай белеү был конфликтлык билдәһе түгел, киреһенсә ул өлгөргәнлекте күрәтә.
Конфликттар:
ҡотолғоһоҙлоҡ һәм үҫеш мөмкинлектәре
Конфликт йыш ҡына кире күренеш тип ҡабул ителә, әммә ысынында был тәбиғи хәл. Төрлө кешеләр булған ерҙә һәр ваҡыт бәхәстәр буласаҡ. Төп һорау низағтарҙы булдырмау түгел, ә уларҙы нисек хәл итеү тора.
Конструктив ҡараш бер нисә аҙымды үҙ эсенә ала:
Низағ сәбәптәрен аңлау,
Икенсе яҡты тыңлай белеү,
Ғәйепләүҙәрҙән, мыҫҡыллауҙан баш тартыу,
Компромисс эҙләү йәки уртаҡ фекергә килеү.
Хатаңды таныу мөһим. Был осраҡ кешене көсһөҙләндермәй, киреһенсә характер көсөн күрһәтә.
Коллективта йыш ҡына баҫым, көсөргәнеш барлыҡҡа килә, төп теләк төркөмдөң «бөтәһе кеүек» булыу өмөтөнә тап килеү. Был осраҡта һүҙ тышҡы ҡиәфәт, ҡыҙыҡһыныуҙар, тәртип тураһында һүҙ бара. Бындай баҫымға бирелеү тимәк үҙенең индивидуаллеген юғалтыу тигәнде аңлата. Көслө шәхес – ул һәр ваҡыт бөтә һөжүмдәргә ҡаршы барған кеше түгел, киреһенсә үҙ уй-фекерҙәренән сығып ҡарар итә белгән кеше. Тирә-яҡтағыларҙың хөрмәтен күп осраҡта тап ошондай кешеләр уята ла инде.
Пассив позиция мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға һирәк ярҙам итә. Коллективтың бер өлөшө булыу өсөн инициатива күрһәтеү, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу, уртаҡ эштәрҙә, заданияларҙа ярҙам итеү, яңы идеялар тәҡдим итеү мөһим булып тора. Хатта бергә башҡарылған бәләкәй генә эштә лә тирә-яҡтағыларҙың мөнәсәбәтен үҙгәртә ала. Әммә инициативаны мауығыу менән бутамау мөһим. Башҡаларҙың реакцияһына иғтибар итеү һәм саманы белеү балансты һаҡларға ярҙам итә.
Эмпатия – төп күнекмә булараҡ...
Эмпатия – башҡа кешенең тойғоларын аңлау һәләте. Ул конфликттарҙан ҡасырға һәм ныҡлы бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә. Ҡайһы бер насар ғәҙәттәр артында, кешелә арығанлыҡ йә ышанысһыҙлыҡ йәшеренгән. Уларҙы ғәйепләү түгел, киреһенсә аңларға тырышыу бик мөһим.
Оҙайлы перспектива
Мөнәсәбәттәр шунда уҡ ыңғайы барлыҡҡа килмәй. Ышаныс, ихтирам һәм дуҫлыҡ ваҡыт талап итә. Эҙмә-эҙлекле булыу мөһим. Әгәр һин асыҡлыҡ, ихласлыҡ, изгелек, намыҫлыҡ, дөрөҫлөк тойғоларын күрһәтәһең икән, бөгөн, иртәгә йәки бер аҙнанан был һиңә ҡарата тотороҡло мөнәсәбәт булдыра. Шуны ла иҫтә тотоу мөһим, бөтә кешеләр ҙә шунда уҡ яҡын дуҫтар булып китмәйәсәк һәм был ғәҙәти хәл.
Класташтар һәм коллектив менән мөнәсәбәттәрҙе ҡороу ҡатмарлы, әммә мөһим процесс, ул ғүмер буйына кешеләр менән аралашыуҙы формалаштыра. Ул аңлы булыуҙы, сабырлыҡ һәм үҙ өҫтөндә эшләргә әҙер булыуҙы талап итә. Ахыр сиктә тап ошондай күнекмәләр кешегә мәктәптә генә түгел, унан ситтә лә һәр социаль мөхиттә үҙен ышаныслы тойорға ярҙам итәсәк. Үҙе тирәләй ихтирам, асыҡлыҡ һәм ярҙам мөхите булдырһа, һәр кеше үҙенең именлегенә генә түгел, ә коллективтың дөйөм торошона ла өлөш индерә.
Миләүшә Байғужина,
республика психологик- педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенең Хәйбулла филиалы педагог-психологы.