

Ошо көндәрҙә был категорияға ҡараған йәштәргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уларҙы ихлас күңелдән ҡотланы һәм торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе власть органдарының иғтибар үҙәгендә, булыуын билдәләне.
Сертификатҡа эйә булған яҡташыбыҙ Фаяз Дәүләтбаев бөгөн махсус хәрби операция барған биләмәлә лайыҡлы хеҙмәт итеп, ил мәнфәғәтен яҡлай. Нур Ҡолтабәков Красноярск крайының Норильск ҡалаһында уңышлы эшләй. Гөлзада Мәмбәтова иһә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше менән Алан исемле ул тәрбиәләйҙәр. «Беҙҙең өсөн был бик ҡыуаныслы ваҡиға, Аллаға шөкөр хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Торлаҡ алыуҙа ошо сертификат ҙур ярҙам булыр. Район хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ», - тине улар.
Сертификат алып ҡыуанған йәштәрҙе күңелле мәшәҡәттәр көтә. Уларға яҡты, ҡотло фатирға хужа булып, үҙ усаҡтарында шатланып йәшәргә насип булһын!