Ирина Самарина оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, дүрт бала үҫтерә, өләсәй булыуға өлгәшә, ә 43 йәштә яҙмыш “бүләген” – тағы бер улын ҡулына ала.
Самариндар ғаиләһенең тарихы 90-сы йылдар аҙағында башлана. 1997 йылда Ирина Салауат районының милиция бүлегенә секретарь булып эшкә урынлаша. Шунда буласаҡ тормош иптәше, енәйәттәрҙе асыу оперативныгы Олег менән таныша. Хеҙмәттәге танышыу туйға олғаша, ә туғыҙ айҙан һуң улдары Игорь донъяға килә. Хәҙер егет Малаяҙ мәктәбендә физкультуранан уҡыта. Ҡустыһы Евгений шулай уҡ педагогиканы һайлай, Малаяҙ гимназияһында тарихтан белем бирә.
Ун йылдан һуң Самариндар ғаиләһендә ҡыҙҙары Милена донъяға килә, аҙаҡ - улдары Кирилл менән Максим.
– Күптәр минең биш балам барлығына аптырай. Өлкәндәре үҫеп, үҙҙәренең ғаиләһен ҡорҙо, ейәнсәрҙәрем үҫә инде. Кесе улыбыҙ 2021 йылда тыуҙы. Өлкән улым:”Әсәй, мин һине дүртенсе тапҡырға бала табыу йортона оҙатам!” - тип ҡыуанып хәбәр ебәргән.
Күп бала әсәһе Салауат районы хакимиәте эргәһендәге граждандар оборонаһы һәм мобилизация секторына етәкселек итә. Кешеләр менән көнө буйы аралашыу, сит проблемаларҙы хәл итеү һәм ҡәтғи регламент арытыуына ҡарамаҫтан, йортта тыныс, йылы мөхит ҡаршылауы әсәгә көс бирә. Балалар үҙаллы булып үҫә. Улар әсәләренең яуаплы эштә эшләүен яҡшы аңлай.
– Әлбиттә, үҙемдә ғәйеп тойғоһон кисергән мәлдәр ҙә булды. Полицияла эшләгәндә уларға әсә һөйөүе етмәгәндәй тойола ине. Эргәләрендә йышыраҡ булғанда улар, моғайын, нығыраҡ асылыр ине, тип уйлайым. Әле дүрт йәшлек улыбыҙ янынан китмәйбеҙ тигәндәй, күберәк аралашырға тырышабыҙ, бала саҡтың һәр миҙгелен иҫтә ҡалдырырға ынтылабыҙ. Әгәр ул булмаған булһа, нисек йәшәр инек икән, тип аптырайбыҙ. Был алтын мәл бик тиҙ үтә лә китә, – ти әсә.
Самариндар ғаиләһе байрамдарҙа йәнләнә, улдары, килендәре, ейәнсәрҙәре килеп тула. Ирина Самарина әсәлек өсөн карьераның ҡамасау түгеллеген, погондарҙың йылы мөнәсәбәткә кәртә булмауын тормош тәжрибәһе менән иҫбатлай.
Ирина Самарина карьера һәм ғаилә араһында өҙгөләнгән әсәләр өсөн тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Бүләк биреп кенә ҡотолорға уйламағыҙ. Иң ҡиммәтле смартфон да ата-әсәне алыштыра алмай. Бала әйберҙәрҙең ҡиммәтен аңларға тейеш. Эргәһендә йышыраҡ ултырыу бүләккә ҡарағанда мөһимерәк.
Кәйефен, тын алышын тойорға тырышығыҙ. Хәлен һорашыу ғына етмәй, кәйефен тойоу кәрәк. Ығы-зығы араһында баланың хәүефләнгән, ҡурҡҡан мәлен үткәреп ебәреүегеҙ мөмкин.
Өлкәндәр бәхәсенә балаларҙы ҡыҫтырмағыҙ. Уларҙы әрләшеүҙәрҙән аралағыҙ.
“Юҡ” тип әйтә белергә өйрәнегеҙ. Мотоцикл һораған улым менән ваҡиға күп нәмәгә өйрәтте. Көйһөҙлөк үтәсәк, ә баланың хәүефһеҙлеге – барыһынан да юғары.
Мәлде күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Эшегеҙ ҡасмаҫ, ә балаларҙың ҡосаҡлашып иркәләнеү осоро бик тиҙ үтә. Бөгөн бала янығыҙҙа ултырырға теләй икән, бөтә эшегеҙҙе ташлап, уның теләген үтәгеҙ.
Фото: ғаилә архивынан.
Автор: Дина Арсланова