Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
20 Ғинуар , 21:33

Бөгөндән ҡағиҙәләр үҙгәрҙе

Ғаризаны бер генә законлы вәкил – баланың атаһы йәки әсәһе, уллыҡҡа, опекунлыҡҡа йәки попечителлеккә алған кеше бирә ала. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

20 ғинуарҙан 14 йәшкә тиклемге балаларҙы Рәсәйҙән айырым илдәргә – Абхазияға, Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Көньяҡ Осетияға алып барыу ҡағиҙәләре үҙгәрә. Хәҙер был илдәргә сәйәхәт иткәндә баланың сит ил паспортының булыуы шарт.

Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: күрһәтелгән датанан һуң Рәсәйҙең үрҙә атап үтелгән илселектәрендә Рәсәй Федерацияһына кире ҡайтыу өсөн, баланың йәшенә ҡарамай, юғалған йәки боҙолған тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары урынына икенсеһен бирмәйәсәктәр.

Сәйәхәт мәшәҡәтһеҙ үтһен өсөн балаға сит ил паспортын алдан хәстәрләгеҙ. Ғаризаны бер генә законлы вәкил – баланың атаһы йәки әсәһе, уллыҡҡа, опекунлыҡҡа йәки попечителлеккә алған кеше  бирә ала.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

        Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас