Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
7 Ғинуар , 22:41

Башҡортостан – фән-технология үҫеше буйынса илдә етенсе урында

2025 йылда республиканың бер юлы дүрт алдынғы юғары уҡыу йорто "Өҫтөнлөк-2030" программаһына инде.

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй политологтары Башҡортостан иҡтисадын – Рәсәйҙә иң үҫешкәндәрҙең береһе, ә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм уның командаһын ил төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле идара итеү командаларының береһе тип билдәләне. Был баһаламаның нигеҙендә социаль өлкә, фән һәм технология үҫеше лә ята.

Башҡортостанда 2025 йылда яңы байрам – Күп балалы ғаиләләр көнө булдырылды, ул 21 декабрҙә билдәләнә.

– Республикала балалар тәрбиәләгән 200 меңдән ашыу ғаилә төрлө социаль ярҙам сараларын ала, – ти эксперттар. – Бында күп балалы ғаиләләр һаны 72,8 меңдән ашҡан. 9568 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде, 10 ҡатын «Герой-Әсә» исеменә лайыҡ булды. Властарҙың яңы башланғыстары араһында – күп балалы ғаиләләрҙәге балалар өсөн колледждарҙа уҡыуға түләнгән аҡсаның 50 процентын ҡайтарып биреү.

Уҙған йылда республикабыҙ инвалидлығы булған кешеләрҙең тормошон еңеләйтеү саралары буйынса 11-се урын биләп, 20 иң яҡшы төбәк иҫәбенә инде. Был турала Стратегик башланғыстары агентлығының генерель директоры Светлана Чупшева хәбәр итте. Ул әйткәненсә, мәктәп һәм поликлиника кеүек өҫтөнлөклө объекттарҙың 80 процентында “ҡаршылыҡһыҙ мөхит” булдырылған.

2022 йылдан алып Башҡортостанда “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үткәрелә, ул стратегик мәғәнәгә эйә федераль майҙансыҡҡа әүерелде. “Салют” балалар реабилитация комплексы эшләй башлағанға – бер йыл. Унда үҙенсәлекле балалар дауаланып ҡына ҡалмай, белем дә ала.

Спортта ла республика – илдәге иң яҡшылар иҫәбендә. Башҡортостанда 2,3 миллиондан ашыу кеше даими физик күнекмә менән шөғөлләнә, спорт инфраструктураһында 13 меңдән артыҡ объект бар. Республикала башланған “Ауыл тренеры” уникаль программаһы ла тотош Рәсәйгә таралды.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға (артабан – НКО) булышлыҡ итеү, социаль йүнәлешле НКО-лар, шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә асыҡлығы буйынса ла Башҡортостан алдынғы урындарҙа килә. Социаль проекттарға “Башҡортостан Башлығы гранттары фонды”нан дүрт йылда 700 миллион һумдан артыҡ аҡса йүнәлтелгән. Йәмәғәтселәр менән берлектә эш алып барыу һөҙөмтәһендә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 1,3 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән.

2025 йылда республиканың бер юлы дүрт алдынғы юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк-2030» программаһына инде һәм яңы продукция эшләүгә, матди-техник базаны нығытыуға һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә бер миллиард һум аҡса алды. Бынан тыш, Башҡортостан фән-технология үҫеше буйынса илдә етенсе урынға сыҡты.

– Математика лицей-интернаты төҙөлә башланы, республика профиль математикаһын тапшырған уҡыусылар һаны буйынса алдынғылыҡты биләй һәм илгә БДИ буйынса тәүге 300 балл йыйыусыны бирҙе, – тип иҫкә төшөрә политологтар. – Агросәнәғәт комплексына агрокластар, һауынсы роботтар һәм дрондар индерелә, был майлы культураларҙан рекордлы – бер миллион тонна уңыш алырға ярҙам итте.

Мәғлүмәт, фото: sobkor02.ru/news/region/64732/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

        Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас