Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Декабрь 2025, 12:26

Башҡортостанда балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнә

Ғинуарҙа балалар пособиеларын түләү көнө яңы йыл каникулдарына тура килә, шуға күрә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 2025 йылдың декабре өсөн аҡсаны ваҡытынан алда күсерә.

Башҡортостанда балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнә
Башҡортостанда балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнә

Республика халҡына айлыҡ түләүҙәр 25 декабрҙә күсерелә. Бында һүҙ 17 йәшкә тиклемге балаларға һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға берҙәм пособие, эшләмәгән ата-әсәләргә йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие, 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға түләү һәм саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына пособие хаҡында бара.

Банк аша аҡса ла шул уҡ көндә күсерелә.

«Был пособиеларҙы почтала алған ғаиләләргә аҡса ошо почта бүлексәһенең эш графигына ярашлы бирелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Социаль фонды республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Шулай уҡ эшләп йөрөгәндәргә йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие ла ваҡытынан алда түләнә.

Әсәлек капиталынан өс йәшкәсә балаға түләүҙәр 26 декабрҙә килә.

«Ғинуар айы өсөн аҡса 2026 йылдың февраль башында күсерелә», — тип өҫтәнеләр республика бүлексәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-24/v-bashkirii-dosrochno-vyplatyat-detskie-posobiya-4519856

Автор: Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас