Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
16 Декабрь 2025, 20:04

Мәшғүллек үҙәктәре ҙур уңышҡа өлгәште

Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәре Эльвира Опульскис Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. 

Мәшғүллек үҙәктәре ҙур уңышҡа өлгәште
Мәшғүллек үҙәктәре ҙур уңышҡа өлгәште

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡ мәшғүллеге өлкәһендә IV Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының өс номинацияһында еңеү яулаған республиканың кадрҙар үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең юғары ҡаҙаныштарын билдәләне.

Мәҫәлән, Сибайҙағы “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге икенсе кимәлдәге ошондай учреждениелар араһында иң яҡшыһы булды. “Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте командаһы” категорияһында республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге коллективы еңеү яуланы.

Ә иң яҡшы карьера консультанты тип Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалының эшкә урынлаштырыу бүлеге начальнигы Эльвира Опульскис танылды. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров уға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

– Мәшғүллек хеҙмәте – республикабыҙҙа бик мөһим структура, – тине Радий Хәбиров. – Эльвира Владимировна, һеҙ бик шәп һөҙөмтә күрһәттегеҙ. Еңеү менән ҡотлайым!

Билдәләп үтәйек, конкурс 2022 йылдан алып үткәрелә һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм яңы алымдар индереүгә, иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә, кадрҙар үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас