Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
16 Декабрь 2025, 13:11

Эш һайлауҙа улар ярҙамға килә

-

Эш һайлауҙа улар ярҙамға килә
Эш һайлауҙа улар ярҙамға килә

Мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәт баҙарына ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай, эшһеҙ граждандарға ярҙам күрһәтә, консультациялар һәм уҡыу программалары бирә, шулай уҡ эшкә урынлашыуға булышлыҡ итә. Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Хәйбулла районы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Азамат Дәүләтбаев менән районда хеҙмәт баҙары торошо тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Азамат Мансур улы, райондың хеҙмәт баҙарындағы хәлде нисек һүрәтләр инегеҙ? Бөгөн районда дөйөм эшһеҙлек кимәле ниндәй? Был һан үткән йыл менән сағыштырғанда нисек үҙгәргән һәм уның сәбәптәре нимәлә?

- 2025 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса райондың хеҙмәт баҙары тотороҡлолоҡ һаҡлай. Эшһеҙлек кимәле 0,23 % тәшкил итә. Хәйбулла районында, тотош төбәктәге кеүек үк, былтырғы менән сағыштырғанда эшһеҙлек кимәленең һиҙелерлек кәмеүе күҙәтелә. Әлеге ваҡытта 36 эш эҙләүсе граждан теркәлгән. Уҙған йылдың ошо уҡ датаһы менән сағыштырғанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 2 тапҡырға кәмегән.

Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙары эш эҙләүселәргә ҡарағанда күпкә күберәк вакансиялар тәҡдим итә: асыҡ эш урындары һаны 150-гә тиклем тотороҡло һаҡлана. Районда бер эшһеҙ гражданға уртаса дүрт вакансия тура килә. Тышҡы сәйәси хәл бөтә тармаҡтарҙа ла етештереүҙең әүҙем үҫешенә булышлыҡ итә. Дөйөм алғанда, эш биреүселәр йыл башынан алып мәшғүллек үҙәгенә 1320 вакансия тәҡдим иткән, уларҙың 70 проценттан ашыуы – эшсе һөнәрҙәр.

-Эшһеҙҙәр өсөн ниндәй ярҙам төрҙәре иң кәрәклеһе тип иҫәпләнә?

- Иң кәрәклеләре, ҡағиҙә булараҡ, төп ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә һәм хеҙмәт баҙарына тиҙ арала ҡайтыуҙа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Был эшһеҙлек буйынса пособие һәм эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү.

-Ниндәй тармаҡтарҙа һәм белгестәргә район иң ҙур ихтыяж кисерә?

-Тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә -- районда табиптар етмәй. Сәнәғәт һәм төҙөлөш тармағында вакансиялар һаны арта, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, мастерҙар, квалификациялы эшселәр, йөк автомобиле һәм махсус транспорт водителдәре, төрлө эшселәр кәрәк.

-Ә ниндәй һөнәрҙәр, киреһенсә, «артыҡ»?

-Автоматизация үҫеше менән бурыстары еңел программаланған белгестәргә ихтыяж кәмей барыуы күҙәтелә. Әммә мин «артыҡ һөнәрҙәр» тигән һүҙбәйләнеш менән тулыһынса килешмәйем, ҡайһы бер һөнәрҙәрҙә квалификацияһыҙ белгестәрҙең артыуы күҙәтелә һәм был хеҙмәт баҙарындағы хәлде ҡатмарлаштыра. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эшһеҙ граждандарға өҫтәмә һөнәри белем биреү ярҙам итә, уны тап мәшғүллек үҙәге ойоштора.

- Уҡыу һәм квалификацияны күтәреү программалары тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине. Улар кемгә йүнәлтелгән һәм район өсөн иң актуаль булған ниндәй һөнәрҙәргә уҡырға мөмкин?

-Төбәк хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡытыу Башҡортостан предприятиеларының кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарының береһе булып тора. Бөгөнгө көндә республикала түбәндәге квалификацияны күтәреү һәм ҡайтанан уҡытыу программалары тормошҡа ашырыла:

-эшһеҙ граждандарҙы дәүләт заданиеһы буйынса уҡытыу. Был дәүләт ярҙамы сараһын эшһеҙ граждандар ала ала. Район өсөн актуаль булған “1С: Предприятие 8”, һаҡсы, парикмахер һәм башҡа һөнәрҙәргә уҡырға мөмкин. Дәүләт ярҙамы сараһы бушлай бирелә. Быйыл биш эшһеҙ граждан «Персонал һайлап алыу буйынса белгес (рекрутер)» һөнәре буйынса, өс эшһеҙ граждан «1С: Предприятие 8» һөнәре буйынса диплом алды.

- эшһеҙ граждандарҙы дәүләт контракты буйынса уҡытыу. Был эшһеҙ граждандар өсөн белем биреү, мәшғүллек үҙәге менән контракт төҙөлгән белем биреү ойошмалары программалары буйынса уҡытыу. Был программа буйынса биш эшһеҙ граждан «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес» һөнәре буйынса уҡый.

- «Кадрҙар» ойошмаһы ярҙамында граждандарҙың билдәле бер категорияларын уҡытыу 50 йәш һәм унан өлкәндәрҙе,  7 йәшкә тиклемге балалары булған эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, инвалидтарҙы, эшһеҙ граждандарҙы, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙе уҡытыуҙы күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта был программа буйынса райондың дүрт кесе тәрбиәсеһе квалификацияһын күтәрә, 31 октябрҙән тағы ете кесе тәрбиәсе уҡый башланы.

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн айырым уҡыу программалары бармы?

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн программа белем биреү сертификаттары буйынса уҡытыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, эшһеҙ, эш эҙләүсе граждандар, декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙар уҡый ала. Быйыл беҙҙең мәшғүллек үҙәгенә дүрт сертификат бирелде, ике махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  “D” һәм “С” категориялы водитель, бер яугир  (1-се төркөм инвалиды) автомобилде ҡул менән идара итеүгә “В” водитель таныҡлығы, ә бер эшһеҙ граждан “4-се разрядлы һаҡсы” һөнәре буйынса диплом алды.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 48-се һанында

Эш һайлауҙа улар ярҙамға килә
Эш һайлауҙа улар ярҙамға килә
Эш һайлауҙа улар ярҙамға килә
Эш һайлауҙа улар ярҙамға килә
Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас