Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
12 Декабрь 2025, 14:03

Сабыйҙар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн

Районда «Һөт кухняһы» төбәк ғаилә социаль проекты 2020 йылдан уңышлы эшләй

Сабыйҙар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн
Сабыйҙар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн

Ишле ғаиләнең бәхете лә мул, шул уҡ ваҡытта сығымдары ла етерлек. Был, әлбиттә, аҙыҡ-түлеккә лә ҡағыла. Ошондай ваҡытта күп балалы ғаиләләрҙең,  республикабыҙҙа барлыҡҡа килгән «Һөт кухняһы»нан аҙыҡ-түлек алыусыларҙың, был программаның барлыҡҡа килеүенә ҡыуанып бөтә алмауына, рәхмәт әйтеүенә шаһит булған осраҡтар байтаҡ.

Һәммәбеҙҙең көндәлек туҡланыу рационының төрлө аҙыҡ-түлек менән байытылған булыуы мөһим, сөнки уларҙың һәр береһе һаулыҡ өсөн кәрәкле витаминдарға, микроэлементтарға, минералдарға һәм башҡаларға бай. Шуныһы һөйөнөслө: 2019 йылдан Башҡортостан Башлығы башланғысы менән өс йәшкә тиклемге балаларҙы, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла.

Әйткәндәй, йыл һайын «Һөт кухняһы»нан файҙаланыусылар һаны күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрҙәре киңәйә. 2025 йыл башынан Башҡортостанда льготаһы булған 19 меңдән ашыу кеше, ә йәмғеһе алты йылда 100 меңдән ашыу кеше «Һөт кухняһы» продукцияһы менән бушлай тәьмин ителгән. Улар иҫәбендә – йөклө ҡатындар, бала имеҙгән ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән өс йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ опекаға алынғандар. 

2025 йылдың туғыҙ айында цехтарҙа 1015 тонна һөт эшкәртелгән, 646 тонна әҙер продукция сығарылған. Республикала ете етештереү майҙансығы эшләй – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында. «Һөт кухняһы»ның продукцияһы бөтә республика буйынса урынлашҡан 132 таратыу пунктында бирелә.   Аҡъяр продукция таратыу пункты Батанов урамы, 12-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Ул 2020 йылда асылған  «Һөт кухняһы»ның Сибай бүлексәһенә ҡарай. Аҙнаһына ике көн бында балаларға һәм йөклө ҡатындарға һөт ризыҡтары таратыла. Һуңғы ике йылда пунктта Светлана Әбделмәнова эшләй.

«Сибай бүлексәһе кәрәкле ҡорамалдар – һыуытҡыстар, планшеттар, сканерҙар менән тәьмин итте. Аҙнаһына ике көн эшләйем: шаршамбы һәм йома көндәрендә 137 кешене хеҙмәтләндерәм. Беҙҙә оҙайлы сираттар юҡ, һәр кем уңайлы ваҡытта килә. Быйыл республика Башлығы ҡарары буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләре лә «Һөт кухняһы» хеҙмәттәренә хоҡуҡ алды – был мөһим, сөнки илебеҙҙе яҡлаусыларҙың ғаиләләре ярҙам алырға тейеш», – ти Светлана Салауат ҡыҙы.

Зилә Аҡъюлова.

Сабыйҙар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн
Сабыйҙар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн
Татьяна Балашова, «Һөт кухняһы» ойошмаһының ойоштороу, тәғәйенләү һәм социаль ярҙам сараларын күрһәтеү бүлеге етәксеһе: –2019 йылдан Башҡортостан Республикаһында балаларҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен махсуслашҡан аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү өсөн программа ғәмәлдә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Радий Фәрит улы Хәбиров башланғысы менән «Һөт кухняһы» дәүләт автономиялы ойошмаһы барлыҡҡа килде. Бөгөн «Һөт кухняһы» – Рәсәйҙәге иң ҙур селтәрҙәрҙең береһе, сөнки ул тотош республиканы үҙ эсенә ала.  Былтыр документтарҙы электрон рәүештә алыуға күстек. Документтарҙы тапшырыу ҡатмарлыҡ тыуҙырмай. Былтыр «Һөт кухняһы»нан аҙыҡ-түлекте алыу өсөн документтар тапшырыу процесын ябайлаштырҙылар. Хәҙер ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша йәки күп функциялы үҙәк офистарында бирергә була.
Рәзифә Байғусҡарова, Аҡъяр ауылы: –Балаларыбыҙ бушлай алған һөт ризыҡтары тураһында үҙ фекеремде уртаҡлашырға теләйем. Был һөт, йогурт һәм эремсек, шулай уҡ бутҡалар – былар барыһы ла сабыйҙарҙың туҡланыуын күпкә яҡшырта. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: иң мөһиме – продукцияның юғары сифаты. Бала уны бик теләп эсә. Йогурттар ҙа яҡшы сифатлы: улар бик татлы түгел, был һаулыҡ өсөн мөһим. Эремсек тә бик тәмле, уны башҡа ризыҡтар әҙерләү өсөн файҙаланырға була. Бушлай һөт продукцияһы-ул ата-әсәләргә ярҙам итеү генә түгел, балаларыбыҙҙың һаулығына һәм үҫешенә өлөш индереү ҙә. Бындай мөмкинлек өсөн рәхмәтлебеҙ.

Һөт продукцияһы май миҡдары буйынса кәрәкле талаптарға яуап бирә һәм «Хәләл» сертификатына эйә. 2024 йылда «Һөт кухняһы»ның эремсеге «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары-2024» абруйлы конкурсы лауреаты була, ә ҡуйылығы 3,2% тәшктл иткән пастеризацияланған һөт «Беҙҙең бренд» конкурсында Гран-при ала. Бынан тыш, «Һөт кухняһы» 2023 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияһын алыуға республика конкурсы йомғаҡтары буйынса юғары сифатлы продукция һәм хеҙмәттәр өсөн 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас