Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
26 Ноябрь 2025, 19:55

Балаларға Яңы йыл бүләктәре биреләсәк

Татлы бүләк кемдәргә тапшырыласаҡ. Ошо һәм башҡалар тураһында – түбәндәге яҙмала:

Балаларға Яңы йыл бүләктәре биреләсәк
Балаларға Яңы йыл бүләктәре биреләсәк

Күп балалы ғаиләләрҙән балалар һәм етемдәр Яңы йыл бүләктәрен аласаҡ. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Хөкүмәттә барған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Һүҙ биш йәки унан күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар тураһында бара. Быйыл 20 мең тирәһе балаға тәмле бүләк бирелер тип көтөлә. Уларҙы 15 декабрҙән һуң “Ғаилә” үҙәктәре һәм социаль яҡлау ойошмалары белгестәре тапшырасаҡ. Бүләктәр шулай уллыҡҡа йәки опекаға алынған балаларҙы ла көтә.

Бынан тыш, Яңы йыл бүләктәре Донецк, Луганск, Херсон, Запорожьенан һәм Украинаның айырым биләмәләренән, Сүриәнән килгән, ваҡытлыса урынлаштырылған төбәк пункттарында йәшәүсе балаларға ҡаралған.

Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас