Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
21 Август 2025, 21:09

Производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды.

Производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды
Производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Автомобилдәр махсус рәүештә физик мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып йыһазландырылған һәм ҡул менән идара итеү системаһы менән тәьмин ителгән. Социаль фондтың Башҡортостан бүлексәһе мәғлүмәте буйынса, был юлы Учалы, Яңауыл, Әбйәлил, Бишбүләк, Әлшәй, Стәрлебаш райондарынан һәм Сибайҙан 16 кешегә «Лада» тапшырылған. Улар араһында өсөнсө йәки дүртенсе тапҡыр машина алғандар ҙа бар, автомобиль ете йылға бер тапҡыр бирелә.

Мәҫәлән, Илештән Искәндәр Диниев дүртенсе автомобилен алырға килгән. «Эш буйынса район үҙәгенә йыш барырға, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә тура килә, тәбиғәткә ял итергә сығабыҙ. Беренсе тапҡыр миңә «Ока» биргәйнеләр, ә бөгөн ҡулымда – Lada Granta автомобиле асҡысы, ҙур рәхмәт», — тине ул.

Башҡортостан буйынса Социаль фондта белдереүҙәренсә, файҙаланыу осоронда льготалы транспортты һатып йәки бүләк итеп булмай.

Дөйөм алғанда, производствола имгәнгән 33 кеше машина менән тәьмин ителде. Был маҡсатҡа 36 миллион һум йүнәлтелде.   

 
Фото:Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе
 
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас