СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Август 2025, 17:39

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға ла баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнәБашҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә
Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға ла баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие түләй.

Фондтан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда республикала 31 меңдән ашыу кеше «декрет» пособиеһын ала. Әсәйҙәр генә түгел, ә рәсми эше булған башҡа туғандары ла (атай, ҡартатай-өләсәй йәки опекундар) аҡсалата түләүгә хоҡуҡлы.

Был пособие ата-әсәнең һуңғы ике йылдағы уртаса эш хаҡының 40% тип иҫәпләнә. Пособие күләме айына 69 мең һумға етеүе ихтимал. Декрет ялынан иртәрәк сыҡҡан осраҡта ла пособиеға хоҡуҡ һаҡлана.

Быйыл баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса түләүҙәргә йәмғеһе 2,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас