СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
31 Июль 2025, 17:05

Римма фатирлы булды

-

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Римма Юлановаға асҡыс тапшырып, йәш ҡыҙға бар уңайлыҡтары булған фатирҙа бәхетле йәшәүен теләне.

Фатирҙы Бүребай ауылынан ала. Унда барлыҡ шарттар ҙа бар. Ут, һыу, газ үткәрелгән, ремонт эшләнелгән. Римма Рәил ҡыҙы бик тырыш, аҡыллы ҡыҙ.  Ул Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу һөнәрен үҙләштерә. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татырға тура килә уға. Йәшләй генә етем ҡала. Ҡыҙҙы һәм уның ҡустыларын Фидан менән Марселде Бүребай ауылынан Андямова Наташа ел-ямғыр тейҙермәй ҡарап үҫтерә, белем алырға ярҙам итә. Андямова Наташаны үҙенең 6, тәрбиәгә алған 4 балаһы булған. Юлановтарҙан һуң тағы ла бер балаға тәрбиә биргән Наташа Андямоваға ныҡлы һаулыҡ, балалар изгелеге теләйбеҙ.

Ысынлап та, фатир асҡысы ғына түгел, оло тормошҡа бәхет асҡысы алған етемдәрҙең күңелдәрендә ниҙәр кисереүен ҡағыҙға һыйҙырыу мөмкин түгел. Ниһайәт, уларҙың да китек күңеленең бер өлөшө булһа ла тулыланды. Киләсәктә уларҙың һәммәһенә лә ошо матур йорттарында бәхетле сабый тауышы яңғыратып, донъялағы иң бәхетле ата-әсә булып йәшәргә яҙһын!

Автор:Аниса Рахмангулова
Читайте нас