СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
28 Май 2025, 15:23

Хәйбулла районынан өс әсәгә миҙал тапшырыла

     

Хәйбулла районынан өс әсәгә миҙал тапшырылаХәйбулла районынан өс әсәгә миҙал тапшырыла
Хәйбулла районынан өс әсәгә миҙал тапшырыла

Башҡортостанда тағы күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр араһында — Хәйбулла районынан  Гөлзифа Ҡыуандыҡова, Регина Хәбибова һәм Вера Долматова бар.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 59 мең ишле ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика — Волга буйы федераль округында беренсе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылды. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас