Хәйбулла районында бер нисә ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә.
“Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы Миләүшә Хөсәйен ҡыҙы Ниғәмәтова (КФХ Ниғәмәтов М.Р.), Аҡъярҙың 1-се мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы Шамил Тимербулат улы Томаншинға яңы йорт асҡыстары тапшырылды. Программа шартына ярашлы, яңы торлаҡ ауыл ерендә йәшәгән ауыл хужалығы һәм социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә бирелә.
Мөнирә Сибәғәт ҡыҙы Сурина “Торлаҡ” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы һәм торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт прогрмамаһы сиктәрендә социаль түләү алды. Ғаиләләрҙе тормоштарындағы ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайым! Яңы йорттарында имен-һау йәшәүҙәрен, райондың үҫешенә төрлө яҡтан өлөш индереүҙәрен теләйем! – тип яҙған Рөстәм Динислам улы.
Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән
Автор:Карима Усманова