Башҡортостанда 2025 йылдың 1 февраленә индексациянан һуң пенсияның уртаса күләме 22 624 һумға еткән. Страховка пенсияһының уртаса күләме – 23 492 һум.
«Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы 24 194 һумға тиклем арттырылды», — тип белдерҙеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Рәсәй Социаль фонды мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостанда 1,139 миллион пенсионер иҫәпләнә.