СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Февраль 2025, 13:43

Тәрбиәселәр 575 мең һумлыҡ грант ота ала!

Ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә

Тәрбиәселәр  575 мең һумлыҡ грант ота ала!Тәрбиәселәр  575 мең һумлыҡ грант ота ала!
Тәрбиәселәр 575 мең һумлыҡ грант ота ала!

Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре республика Башлығы грантын оторға мөмкин. Конкурста 35 йәшкә тиклемге өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, педагог-психологтар, педагог-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр, физкультура буйынса инструкторҙар ҡатнаша ала. Белем биреү ойошмаһында эш стажы ике йылдан кәм булмаҫҡа тейеш, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.

Ведомствола белдереүҙәренсә, грант конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы менән 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусыларына һәр ҡайһыһы 575 мең һумлыҡ гранттар булдырылды.

 Фото:Өфөнөң 40-сы балалар баҡсаһы

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас