80 йәштән өлкән кешене йәки I төркөм инвалидын ҡараған осороғоҙҙо пенсия стажы иҫәбенә алһындар өсөн Социаль фондҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡағиҙәләр 2025 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде.
Бының өсөн тәрбиәгә алған кешегеҙҙең йәшәгән урыны буйынса Рәсәй Социаль фондына ғариза яҙығыҙ. Айырым йәшәһәгеҙ – тәрбиәләгән кешегеҙҙең, әгәр ҙә ул вафат булһа, туғандарының яҙма раҫлау ҡағыҙы кәрәк буласаҡ. Яҙмала һеҙҙең ысынлап та кеше тураһында хәстәрлек күреүегеҙҙе, шулай уҡ ярҙам иткән осороғоҙҙо күрһәтергә кәрәк. Хәстәрлек күргән осор страховка пенсияһына хоҡуҡ биргән шарттар барлыҡҡа килгәнгә тиклем дә билдәләнә ала.
Кешене ҡараған тулы бер йыл өсөн 1,8 пенсия балы аласаҡһығыҙ.
Әгәр һеҙ 2024 йылда Башҡортостанда I төркөм инвалидын йәки 80 йәштән өлкән кешене ҡарап, айлыҡ түләүҙәр алһағыҙ, тәрбиәләгән осорҙо Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе билдәләйәсәк. Был осорҙо һеҙҙең шәхси иҫәбегеҙгә автоматик рәүештә аласаҡтар – Социаль фондҡа мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.
Шулай уҡ 2025 йылдың 1 ғинуарынан кешене тәрбиәләгән эшкә һәләтле граждандарға ай һайын түләү күсерелмәйәсәк. Ул автоматик рәүештә һеҙҙең ҡарамаҡтағы кешенең пенсияһына өҫтәмә булараҡ түләнә. Өҫтәмә йыл һайын пенсия менән бергә индексациялана.
Һорауҙарығыҙ булһа, Социаль фондтың берҙәм бушлай номерына шылтыратығыҙ: 8 (800) 100-0001.