СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
5 Ғинуар 2025, 10:35

Ғаилә икенсе төбәккә күсеп китһә, берҙәм пособие нисек түләнә?

-

Ғаилә икенсе төбәккә күсеп китһә, берҙәм пособие нисек түләнә?Ғаилә икенсе төбәккә күсеп китһә, берҙәм пособие нисек түләнә?
Ғаилә икенсе төбәккә күсеп китһә, берҙәм пособие нисек түләнә?
👨‍👩‍👧‍👦 Ғаилә икенсе төбәккә күсеп китһә, берҙәм пособие нисек түләнә? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.
 
Пособие алыу хоҡуғы һәм уның күләме билдәле бер төбәктәге йәшәү минимумына ҡарап билдәләнә.
 
🧳 Ғаилә йәшәү минимумы икенсе төрлө күләмдә булған төбәккә күсеп китһә, пособие түләү туҡтатыла. Әгәр ғаилә талаптар буйынса тап килһә, яңы урында пособиены ҡабаттан юлларға кәрәк.
 
📍 Адрес:
 
- пособие алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә йәшәү урынын раҫларға кәрәк. Бының өсөн ағымдағы теркәлеү адресын күрһәтегеҙ. Социаль фонд уны тикшерәсәк.
 
- әгәр мәғлүмәт булмаһа йәки йәшәгән төбәгегеҙ берҙәм пособие юллау төбәге менән тап килмәһә, Социаль фонд өҫтәмә документтар һорай.
 
📁 Шәхси мәғлүмәттәр:
 
- мәғлүмәттәрегеҙҙең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ, юғиһә һеҙгә пособие тәғәйенләнмәйәсәк.
 
💳 Пособие алыу өсөн реквизиттар:
 
- әгәр пособие алыу өсөн банк иҫәбе һайлаһағыҙ, уға ғариза биреүсенең МИР картаһы бәйләнгән булырға тейеш.
 
Кем пособие алырға хоҡуҡлы, ниндәй документтар кәрәк һәм үҙеңдең килемеңде нисек дөрөҫ баһаларға – беҙҙең яҙмаларҙа уҡығыҙ.
 
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас