Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә. Өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә ҡаралған ташламалар хаҡында һөйләйбеҙ.
Өсөнсө һәм артабанғы балаларға һалым ташламаһы
Кемгә тейеш: рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан хәлдә, ике ата-әсәгә лә.
Күпме: 3000 һум.
Ташламаны юллау тәртибе — ошонда: vk.cc/cFCe86.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙе компенсациялау
Кемгә: аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә, ғәрип бала булған ғаиләләргә.
Күпме: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн ғәмәлдә тәғәйенләнгән сумманан сығып, шәхсән иҫәпләнә.
Ташламаны нисек юлларға: Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына (vk.cc/cvVddZ) ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Кәрәкле документтар исемлеге — ошонда: vk.cc/cFCeGT. Тулыраҡ мәғлүмәт — ошонда: vk.cc/cFCeMb.
3⃣ Өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн балалар баҡсаһына түләүҙең бер өлөшөн компенсациялау
Кемгә: өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә.
Күпме: баҡса өсөн түләү хаҡының – 70 проценты, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына — 100 процент.
Ташламаны нисек юлларға: балалар баҡсаһына барғанда ата-әсәнең береһенең ғаризаһы буйынса.
4⃣ Балалар баҡсаһына сираттан тыш ҡабул итеү
Кемгә ҡаралған: күп балалы бөтә ғаиләләргә
Ташламаны нисек юлларға: балалар баҡсаһы хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә.
Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ташламалар һәм түләүҙәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — ошонда: vk.cc/cyqdu9.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
-6 °С
Болотло