Башстат Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйынса 2023 йылғы демографик күрһәткестәрҙе баҫтырып сығарҙы.
Шулай итеп, былтыр республикабыҙҙа 35 388 сабый донъяға килгән. Тыуым күрһәткесе 1000 кешегә 8,7 тәшкил иткән.
Уҙған йылда иң күп сабыйҙар Өфөлә тыуған - 10 226. Башҡортостандың баш ҡалаһында тыуым күрһәткесе 1000 кешегә 8,6 булған.
Сатистиктар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың ҡала округтарында тыуымдың иң юғары күрһәткесе Нефтекамала күҙәтелә (мең кешегә 9,9). Шартлы икенсе урында - Сибай һәм Октябрьский (9,2). Артабан Өфө (8,6) һәм Стәрлетамаҡ (8,3) килә. Бишенселә иһә Күмертау (7,0).
Былтыр Башҡортостан райондары араһында юғары күрһәткес Баймаҡта (мең кешегә 14,9), Бөрйән районында (13,8) һәм Белорет районы ның ауыл биләмәләрендә (12) райондарында теркәлгән.