Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
3 Октябрь , 12:17

Инвалид баланы реабилитациялау сертификатын юллау

-

Инвалид баланы реабилитациялау сертификатын юллау
Инвалид баланы реабилитациялау сертификатын юллау

♿ Инвалид баланы реабилитациялау сертификатын Башҡортостандың Күп функциялы үҙәк офистарында юлларға мөмкин.

Түбәндә күрһәтелгән инвалид балалар сертификат алыу хоҡуғына эйә:

- Башҡортостан биләмәһендә йәшәй;
- һуңғы 12 ай дауамында дәүләт реабилитация үҙәктәрендә реабилитация үтмәгән.

📁 Сертификат алыу өсөн ата-әсә (законлы вәкил) түбәндәге документтарҙы тапшырырға тейеш:

▫ үҙенең паспортын;

▫ баланың шәхесен раҫлаусы документ;

▫ әгәр шәхесен раҫлаған документта мәғлүмәт булмаһа, Башҡортостан Республикаһында баланың йәшәү урынын раҫлаған документ;

▫ реабилитация йәки абилитация буйынса шәхси программа;

▫ инвалидлыҡ билдәләү фактын раҫлаған белешмә;

▫ инвалид баланы даими рәүештә күҙәткән медицина ойошмаһының табиптар комиссияһынан реабилитация үтеүгә медицина йәһәтенән ҡаршылыҡтар булмауы тураһында белешмә (һығымта, протокол). Белешмә биреү датаһы ғариза биргәнгә тиклем 30 көндән артмаҫҡа тейеш.

📆 Сертификаттың ғәмәлдә булыу ваҡыты — Күп функциялы үҙәктә алған көндән алып 6 ай, күләме — 48 021,27 һум.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: