Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Сентябрь , 16:11

Башҡортостандан социаль ярҙам алыусылар өсөн сайт

-

Башҡортостандан социаль ярҙам алыусылар өсөн сайт
Башҡортостандан социаль ярҙам алыусылар өсөн сайт

📝 Пособие алаһағыҙ икән, уларҙың суммаһын һәм аҡса алыу ваҡытын Башҡортостандың социаль порталында күҙәтеп барырға була (vk.cc/csTh3D).

📱 Шәхси кабинетҡа инеү өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк.

❓ Портал аша:

- уңайлы калькуляторҙар ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса субсидия һәм компенсацияның яҡынса күләмен белергә;

- интерактив консультант ярҙамында пособиелар һәм ташламалар тураһында мәғлүмәт алырға;

- өйҙән сыҡмайынса портал аша ғариза бирергә мөмкин.

Порталда 2022 йылдан 2024 йылға тиклемге осор өсөн социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бар.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: