СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
10 Сентябрь 2024, 06:53

Ятаҡ өсөн әсәлек капиталы менән нисек түләргә?

Әсәлек капиталы менән баланың уҡыуына ғына түгел, ә уҡыу осоронда юғары уҡыу йортоноң йәки колледждың ятағында йәшәгән өсөн дә түләргә мөмкин.

Ятаҡ өсөн әсәлек капиталы менән нисек түләргә?Ятаҡ өсөн әсәлек капиталы менән нисек түләргә?
Ятаҡ өсөн әсәлек капиталы менән нисек түләргә?
🎓 Әсәлек капиталы менән баланың уҡыуына ғына түгел, ә уҡыу осоронда юғары уҡыу йортоноң йәки колледждың ятағында йәшәгән өсөн дә түләргә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта был, мотлаҡ сертификат бирелгән бала студент булырға тейеш, тигәнде аңлатмай. Уның өлкән ағай-апайҙарының студент булыуы ихтимал. Иң мөһиме, сертификат бирелгән балаға 3 йәш тулған, ә өлкән балаларға 25 йәш тулмаған булырға тейеш.

📝 Әсәлек капиталы аҡсаһы менән ятаҡ өсөн түләү маҡсатында ғаризаны өс ысулдың береһе ярҙамында бирергә кәрәк:

- Дәүләт хеҙмәттәрендә (vk.cc/cfisX4);
- Күп функциялы үҙәктә;
- Социаль фондтың клиенттар хеҙмәте аша.

📁 Һеҙгә түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:

- ҡуртым килешеүе, унда түләүҙең суммаһы һәм ваҡыты күрһәтелгән, шулай уҡ, йәшәү өсөн түләү әсәлек капиталы ярҙамында башҡарыласаҡ, тип билдәләнгән булырға тейеш;
- студенттың дөйөм ятаҡта йәшәүе тураһында колледждан йәки юғары уҡыу йортонан белешмә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас