Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
10 Сентябрь , 11:32

МӘРХӘМӘТЛЕ БУЛАЙЫҠ

Районда "Мәрхәмәтлек" айлығы иғлан ителде      

МӘРХӘМӘТЛЕ БУЛАЙЫҠ
МӘРХӘМӘТЛЕ БУЛАЙЫҠ

 Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүгә һәм өлкән быуын кешеләренең социаль яҡлауын көсәйтеүгә йүнәлтелгән акция 10 сентябрҙә башлана һәм 10 октябргә тиклем дауам итә. Айлыҡ сиктәрендә оло йәштәге граждандарға шефлыҡ ярҙамы күрһәтеләсәк, ветерандар тәбрикләнәсәк, социаль ярҙам күрһәтеү өсөн 1-се төркөм инвалидтарының өйҙәренә барыу ойоштороласаҡ. Ололар көнөнә арналған тантаналы саралар бөтә ауыл биләмәләрендә үтәсәк. Концерт программалары, ветерандар хәрәкәте активистарын, никах тормошо юбилярҙарын тәбрикләү ойоштороласаҡ.

Медицина хеҙмәткәрҙәре организмда геронтологик үҙгәрештәр буйынса лекциялар ойошторасаҡ. Социаль ярҙам сараларын күрһәтеү һәм юридик консультациялар мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу телефон линиялары эшләйәсәк. Шахмат турниры үтәсәк һәм «Ветерандар ихатаһы»конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. «Матур донъя» һәм «Изгелек ҡыл» акциялары сиктәрендә өлкән йәштәге граждандар салондарҙың матурлыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәрен ала һәм магазиндарҙа ташламалы нигеҙҙә аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар һатып ала аласаҡ (исемлек һуңыраҡ баҫылып сығасаҡ).

 

Сығанаҡ: Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:
Читайте нас: