Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре "Хәйбулла ирекмәндәре" хәрәкәте менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында берләшә. Медиктар ҙур күләмдә бәйләү материалы әҙерләй һәм уларҙы дауахананың стерилләштереү бүлеге базаһында комплектлай һәм стерилләй.
Был юлы улар 600-ҙән ашыу пакет әҙерләгән. Стериль материалдарға ихтыяж ҙур. Стериль бәйләү пакеты - беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн әҙер саралар йыйылмаһы, ҡан ағыуын туҡтатырға, яраны эшкәртергә кәрәк. Ҡорамал янғын, атыу һәм ҡырҡылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яраларҙы бәйләү өсөн ҡулланыла.
Бындай уртаҡ тырышлыҡ, был беҙҙең яугирҙарға бәләкәй булһа ла ярҙам. Улар көн һайын ҡаһарманлыҡ күрһәтә, илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап батырлыҡ күрһәтә. Хәҙер уларға иғтибарыбыҙ, хәстәрлегебеҙ һәм ярҙамыбыҙ бик мөһим.
фото һәм мәғлүмәт:Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы