Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
28 Август , 16:11

Эштән киткәндән һуң ғаилә килеме кәмеһә, берҙәм пособие күләме артамы?

-

Эштән киткәндән һуң ғаилә килеме кәмеһә, берҙәм пособие күләме артамы?
Эштән киткәндән һуң ғаилә килеме кәмеһә, берҙәм пособие күләме артамы?
❓ Уҡыусыбыҙҙан шундай һорау: «Төбәктәге балалар йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә берҙәм пособие алам. Эштән киткәндән һуң ғаилә килеме кәмене. Түләү күләме артасаҡмы?»

Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә.

Берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә. Ошо ваҡыт тамамланғансы, ғаиләнең килеме кәмеһә лә, ҡабаттан иҫәпләү ҡаралмаған.

✏ Ташламаны оҙайтыу тураһында ғариза бирергә ваҡыт еткәс, сумманы үҙгәртергә була. Уның өсөн:

- «Дәүләт хеҙмәттәре» аша: vk.cc/ckbeIx.
- Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтендә.
- Күп функциялы үҙәктә ғариза бирергә була.

Алдағы 12 айҙа, пособиены иҫәпкә алып, һәр ғаилә ағзаһына иҫәпләнгән килем төбәк йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, һеҙгә пособие арттырып түләнәсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас: