Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
20 Август , 11:35

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары исемлеге киңәйтелде

-

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йәнә бер льготанан файҙаланырға мөмкин. Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документтан күренеүенсә, махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ата-әсәләре, хәләл ефеттәре һәм балалары төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге түләүле юлдарҙан бушлай йөрөргә хоҡуҡлы. Указ махсус бойороҡҡа тиклем ғәмәлдә ҡала.

Бынан алдараҡ «Башинформ» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында тулы белешмә әҙерләгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-20/v-bashkirii-rasshirili-perechen-mer-podderzhki-uchastnikam-svo-i-ih-semyam-3892065

Автор:Ләйсән Закирова
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Автор:
Читайте нас: