Миңә берҙәм пособие түләмәйҙәр — ни өсөн шулай булыуы ихтимал? Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә.
Пособие тәғәйенләүҙән баш тартыуҙың сәбәбе бер нисәү булыуы мөмкин:
- Ғаризала тулы булмаған йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр.
- Ғаиләлә бер кешегә килем йәшәү минимумынан күберәк. Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы – 13 753 һум.
- Ғариза биреүсе рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған йәки етди сәбәпһеҙ эшкә урынлашмай (vk.cc/cyUnwL).
- Ғаиләнең күсемле йәки күсемһеҙ милке метражы йәки объекттар һаны буйынса нормативтан артыҡ (vk.cc/csUaKW).
Пособие тәғәйенләүҙән баш тартыу сәбәбен күрһәтергә тейештәр – ул Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа килә. Һорауҙарығыҙ булһа, Социаль фондтың урындағы клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә йәки 8 (800) 10-000-01 номерына шылтыратырға мөмкин.
Пособие түләүҙән баш тартыу сәбәбен хәл иткәндән һуң тағы бер тапҡыр ғариза бирергә мөмкин. Мөрәжәғәттәр һаны сикләнмәгән.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан