Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
7 Август , 13:47

Йәшәйештәрен еңеләйтеү, яҡшыртыу - төп бурыс

  

Йәшәйештәрен еңеләйтеү, яҡшыртыу - төп бурыс
Йәшәйештәрен еңеләйтеү, яҡшыртыу - төп бурыс

Инвалидтарҙың социаль хәлен яҡшыртыу һәм уларҙың йәшәү сифатын күтәреү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Районда «2021-2025 йылдарға уңайлы мөхит» программаһын тормошҡа ашырыу һәм Башҡортостанда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы сиктәрендә 1-се төркөм инвалиды Лилиә Илембәтоваға һәм инвалид-бала Нәзирә Билаловаға телескопик пандустар ҡуйылды. Ҡоролма күсмә, ташыу өсөн сумкаһы бар, тиҙ һәм еңел йыйыла, үҙең менән йөрөтөп, теләһә ҡайһы урынға ҡуйырға мөмкин, оҙонлоғо көйләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бушлай пандус ҡуйыуға 1-се төркөм инвалидтары дәғүә итә ала. Бының өсөн уларға үҙ ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Йәшәйештәрен еңеләйтеү, яҡшыртыу - төп бурыс
Йәшәйештәрен еңеләйтеү, яҡшыртыу - төп бурыс
Йәшәйештәрен еңеләйтеү, яҡшыртыу - төп бурыс
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: