Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
6 Август , 16:41

Социаль стипендияны нисек юлларға?

-

Социаль стипендияны нисек юлларға?
Социаль стипендияны нисек юлларға?
🎓 Социаль стипендияны нисек юлларға? Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре аңлата.

Социаль стипендия алыу өсөн тик бишле һәм дүртле билдәләре генә кәрәкмәй. Ул бюджетта көндөҙгө бүлектә уҡыған:

— етемдәргә;
—инвалид балаларға, бала саҡтан инвалидтарға, I һәм II төркөм инвалидтарына;
— хәрби хәрәкәттәр ветерандарына;
— дәүләт социаль ярҙамы алыусыларға бирелә.

📍 Стипендия юллау өсөн деканатҡа, профкомға, уҡыуҙан тыш йәки социаль эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төрлө уҡыу йорттарында был мәсьәлә менән төрлө подразделениелар шөғөлләнергә мөмкин.

Үҙегеҙ менән ташлама биреүсе документтарығыҙҙы – белешмәләр, хәрби билет, таныҡлыҡ алығыҙ.

💸 Социаль стипендия күләмен үҙегеҙҙең уҡыу йортонда белә алаһығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас: